• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ моңло йырсыһы Иршат Ҡарасурин үҙенең өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ моңло йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Иршат Ҡарасурин яратҡан тамашасылрына «Йырҙарымда йәшәү матурлығы» тип аталған үҙенең өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте! Йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 15 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сағыу тамаша филармониябыҙҙың ҙур концерт залында уҙҙы. Күңелле, йыр-моңға бай программала И.Ҡарасурин һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны, шулай уҡ тамашаны үҙҙәренең сағыу сығыштары менән данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре, нәфис һүҙ оҫталары Илгиз Миңлеәхмәтов һәм Рита Ҡарасурина йәмләне. Тамашасылар был күркәм саранан үҙҙәренә көс, дәрт алып, артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы