Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсыһы Иршат Ҡарасурин Баймаҡ ҡалаһында һәм Баймаҡ районы Ишей ауылында сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Иршат Ҡарасурин «Йырҙарымда йәшәү матурлығы» тип исемләнгән концерт программаһы менән Баймаҡ ҡалаһында һәм Баймаҡ районы Ишей ауылында сығыш яһаны. Шулай уҡ йыр-моңға бай тамашаны үҙҙәренең сағыу сығыштары менән үҙенсәлекле жанр артисы Нурания Хәлитова, моңло, рухлы йырҙары менән Лиана Ғәлина, Азат Ҡарасурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов, дәртле бейеүҙәре менән «Түңгәүер» бейеү ансамбле, нәфис һүҙ оҫтаһы Рита Ҡарасурина йәмләне. Иртәгә, 22 март, беҙ тамашасыларыбыҙҙы Сибай ҡалаһында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский