• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсыһы Иршат Ҡарасурин Әбйәлил районы Байым ауылында сығыш яһаны

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Иршат Ҡарасурин «Йырҙарымда йәшәү матурлығы» тип аталған сағыу концерт программаһы менән Әбйәлил районы Байым ауылында сығыш яһаны. Күңелле, йыр-моңға бай программала И.Ҡарасурин һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны, шулай уҡ тамашаны үҙҙәренең сағыу сығыштары менән данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре, нәфис һүҙ оҫталары Илгиз Миңлеәхмәтов һәм Рита Ҡарасурина йәмләне. Тамашасылар был күркәм саранан үҙҙәренә көс, дәрт алып, артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы