Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо Сулпан Ғәфүрйәнова «Тормош матурлығы» тип аталған үҙенең өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Сулпан Ғәфүрйәнова «Тормош матурлығы» тип аталған үҙенең өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте. Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сағыу тамаша филармониябыҙҙың Ҙур концерт залында уҙҙы. Ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә уның дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине. Бөгөнгө тантаналы сарала Асҡын районының мәҙәниәт йорто директоры Йәлил Хәлфәт улы Ғәйбәҙуллин, Асҡын районының мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы етәксеһе Риваль Ринат улы Сәлимов, «Йәйғор» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе, Асҡын районы профсоюзы ойошмаһының территориаль берекмәһе рәйесе Эльвира Мулланур ҡыҙы Вәлиева ҡатнашты. Шулай уҡ ҡотлау һүҙе менән Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рәшит улы Ғайсин сығыш яһаны. Күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында халыҡ йырҙары ла, тамашасылар яратып өлгөргән хиттар ҙа, премьералар ҙа яңғыраны. С.Ғәфүрйәнова башҡарыуындағы «Бәхет, һин мине килеп үп», «Әсәйемә», «Атай йорто», «Улыма» һ.б моңло йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, нәфис һүҙ оҫтаһы Ғәзинур Хәлимовтың сығыштары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне. Данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр һәм талантлы музыканттарыбыҙ Ильяс Гәрәев, Нәфис Ниғәмәев, Иҙел Исҡужин башҡарыуындағы музыкаль композициялар кисәне тулыландырҙы,биҙәне. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский