• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында сығыш яһаны

Бөгөн “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында сығыш яһаны

Бөгөн “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында халҡыбыҙҙың иң яратҡан һәм иң күңелле байрамдарының береһе – Һабантуйҙа булды. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары һәм данлыҡлы “Түңгәүер” бейеү ансамбле артистары байрам ҡунаҡтарына үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте. Һабантуй бик күңелле, юғары кимәлдә үтте. Артистарыбыҙ байрамдан дәрт, илһам алып, ҡыуанып-шатланып ҡайттылар.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы