• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Башҡорт йыры 2021» республика телевизион бәйгеһе.

«Башҡорт йыры 2021» республика телевизион бәйгеһе.

«Башҡорт йыры 2021» республика телевизион бәйгеһе.

2021 йылдың 13-14 март көндәрендә Өфө ҡалаһында «Башҡорт йыры 2021» республика телевизион бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте. Нәҡ был проект аша моңло йырҙар, береһенән-береһе оҫта башҡарыусылар, яңы исемдәр асыҡлана.
Шулай итеп, ошо бәйгелә быйыл Нефтекама дәүләт филармонияһының йәш, талантлы, үҙенсәлекле тауышлы йырсыларыбыҙ Руфина Әмирова менән Азат Юлдыбаев үҙ көстәрен һынап ҡарарға булдылар. Улар жюри ағзалары тарафынан юғары баһаға лайыҡ булдылар.
Руфина Раян ҡыҙы һәм Азат Динислам улы! Һеҙзе уңышлы сығыш яһауығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ошо проектың еңеүселәре булыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ!
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, ундай проекттар булғанда, башҡорт эстрадаһы сәнғәте яңынан- яңы кимәлгә күтәрелер, һәм, әлбиттә, артабан яңы исемдәр асыр тигән изге теләктә ҡалабыҙ.

#Нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#Нефтекамадәүләтфилармонияһы
#Нефтекамск
#башҡортйыры