• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Башҡорт йыры-2021».

«Башҡорт йыры-2021».

«Башҡорт йыры-2021».

2021 йылдың 2 апрелендә Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсыһы һәм ҡурайсыһы Азат Динислам улы Юлдыбаев «Башҡорт йыры — 2021» республика телевизион бәйгеһендә сығыш яһап, жюриҙың өс «эйе» баһаһын алды. Бәйгелә Азат төрлө жанрҙағы өс йыр башҡарҙы: «Тәфтиләү» (башҡорт халыҡ йыры), «Бик һағындым һине, тыуған илем!» (ретро йыр), «Әсәйемә» (автор йыры). Ул үҙенең ихлас, матур тауышы менән тамашасының күңелен яуланы, уның һәр сығышын ҙур алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Азат Динислам улына беҙ артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы