Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмөнөң Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районында гастролдәре уңышлы тамамланды.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмөнөң Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районында гастролдәре уңышлы тамамланды.
14 майҙан алып 23 майға тиклем “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районында гастролдә булып ҡайтты. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы артистары — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин, Сүриә Ғималова, Разалия Салауатова, Азат Юлдыбаев, Айҙар Әхмәтйәнов, Нәргизә Муллаярова һәм “Түңгәүер” бейеү ансамбле артистары «Өмөт, хыял, йыр менән» тип исемләнгән сағыу һәм күңелле концерт программаһы менән Аҡтаныш районының төрлө ауылдарында сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең моңло йырҙары, илаһи ҡурай моңдары һәм дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Концерттарҙы ойошторорға ярҙам иткән Аҡтаныш районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мансуров Альберт Мирхәт улына, мәҙәниәт йорто етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә, артистарыбыҙҙы йылы һәм ихлас ҡабул иткән тамашасыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский