Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөТатарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Иҫке Боғаҙы ауылында сығыш яһаны.
Кисә, 18 майҙа, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Өмөт, хыял, йыр менән» тип исемләнгән күңелле, йыр-моңға бай концерт программаһы менән Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Иҫке Боғаҙы ауылында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте. Иҫке Боғаҙы тамашасыһы концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм артистарға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Бөгөн, 19 майҙа, беҙ тамашасыларҙы Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
Башҡортса
Русский