Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Башҡортостан Республикаһының Дыуан районында сығыш яһаны
Филармония артистары Нефтекама тамашасыһын ғына түгел, республикабыҙҙың район-ҡалаларында көн иткән йыр-моң һөйөүселәрҙе концерттар менән ҡыуандырыуын дауам итә. Шундай тамашаларҙың береһе бөгөн Дыуан районының Дыуан һәм Мәсәғүт ауылдарында үтте. Дыуан сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары Сүриә Ғималова, Илнур Мөфтәхов, Ләйсән Нурыева, Лиза Ғасҡарова, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин милли рухлы йырҙары менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Ә оҫта баянсы Радмир Ғәлиев һәм талантлы ҡурайсы Айваз Малыбаев залды илаһи моңға күмде. Динар Йыһанов һәм Марина Шахмина башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр иһә бер кемдә лә битараф ҡалдырманы. Халыҡ сәнғәтен популярлаштырғаны һәм Дыуан районы мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн ижади төркөм Дыуан районы мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский