Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республика буйлап йәнә гастролдәргә сыҡты
Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республика буйлап йәнә гастролдәргә сыҡты. “Алтындарҙан аҫыл моңдарым” тип аталған сағыу концерт программаһы менән бөгөн улар Бәләбәй ҡалаһының педагогия, медицина һәм гуманитар-техник колледждарында сығыш яһаны. Тамашасы һөйөүен яулаған һәләтле нәфис һүҙ оҫтаһы Диана Ғилфанова концертты бик йәнле итеп алып барҙы. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсылары Сурия Ғималова, Азат Ҡарасурин, Лиза Ғасҡарова, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарыуындағы милли рухлы, моңло йырҙар, виртуоз музыканттарыбыҙ Айваз Малыбаев һәм Радмир Ғәлиев башҡарыуындаҙы музыкаль композициялар, «Түңгәүер” бейеү ансамбле артистары Юнир Шәрәфетдинов һәм Гүзәл Нәжметдинова башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский