Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Татарстан Республикаһының Минзәлә ҡалаһында сығыш яһаны
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип исемләнгән концерт программаһы менән Татарстан Республикаһының Минзәлә ҡалаһында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте. Бай йөкмәткеле сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүсе тамашасылар күңеленә хуш килде.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский