Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Ҡыйғы һәм Мәсетле тамашасыларына «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған ҙур концерт бүләк итте
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Ҡыйғы һәм Мәсетле тамашасыларына «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған ҙур концерт бүләк итте.Тамашасы һөйөүен яулаған һәләтле нәфис һүҙ оҫтаһы Диана Ғилфанова концертты бик йәнле итеп алып барҙы. Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте: һәр концерт сығышын улар дәррәү алҡыштарға күмде. Ижади төркөм башҡарыуындағы сағыу сығыштар — тере тауыш менән башҡарылған моңло йырҙар, сихри ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр – бер кемде лә битараф ҡалдырманы!
Иртәгә, 14 апрель , беҙ тамашасыларҙы Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында көтөп ҡалабыҙ. Сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский