• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Башҡортса караоке».

«Башҡортса караоке».

«Башҡортса караоке».

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары республикабыҙҙың бөтә телевизион тапшырыуҙарында әүҙем ҡатнаша. Кисә, 11 апрель көндө, улар «Башҡортса караоке» программаһында үҙ һәләттәрен күрһәтте. Телепроектта Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов һәм филармониябыҙҙың талантлы артистары Азат һәм Иршат Ҡарасуриндар, Розалия Иҙелбаева-Ҡарасурина, Илнур Мөфтәхов, Сулпан Ғафурйәнова, Сүриә Ғималова, Нәфис Ниғәмәев ҡатнашты.
Артистарыбыҙҙың сығыштарын һәр йома һайын БСТ телеканалында 23 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы