• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Беҙ хәүефһеҙ донъя яҡлы»

«Беҙ хәүефһеҙ донъя яҡлы»

«Беҙ хәүефһеҙ донъя яҡлы»

Бөгөн Үрге Йәркәй ауылы дөйөм белем биреү мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн террорға ҡаршы «Беҙ хәүефһеҙ донъя яҡлы» тип исемләнгән музыкаль программа күрһәтелде.

Программа хәүефһеҙлек өлкәһендә мәғлүмәтлелек һәм яуаплылыҡты арттырыуға, шулай уҡ терроризм проблемаһына иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары музыка, бейеү һәм интерактив элементтар ярҙамында йәш тамашасыларға терроризмдың нимә икәнен, бөгөнгө көндә ниндәй формалар ҡабул итеүен һәм уның таралыуына нисек юл ҡуймаҫҡа мөмкин булыуын һөйләне. Программаның һәр музыкаль композицияһы изгелек, күтәренке хис-тойғолар, тыуған илгә һәм тормошҡа һөйөү менән һуғарылған.

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

#нефтекамадәүләтфилармонияһы