• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Беҙҙең йырҙар «Юлдашта»

Беҙҙең йырҙар «Юлдашта»

Беҙҙең йырҙар «Юлдашта»

🔹24 февралдә «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында Асҡын районының билдәле шағиры Альфред Зәүхәт улы Хәҙимуллиндың тормошона һәм ижадына арналған «Яратҡан шөғөлөм» тапшырыуы сыға.
🔹Тапшырыуҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Ғәфурйәнова «Аттар саба» (А.Хәҙимуллин һүҙҙәре, С.Ғәфурйәнова көйө) һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Нәфис Ниғәмәев башҡарыуында «Ҡаҙансы» (Н.Ниғәмәев һүҙҙәре һәм көйө) йырҙары яңғыраясаҡ.
Радиотапшырыу алып барыусыһы Рания Билалова.
🔹Альфред Хәҙимуллин — Асҡын районының билдәле шағиры, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты. Үҙенең әҫәрҙәрендә шағир тыуған яҡ матурлығы хаҡында һөйләй, кеше күңеленең матур яҡтарын аса. Автор саф һәм мәңгелек мөхәббәт темаһына ла ҡағыла. Альфред Хәҙимуллиндың китаптар исемлеге: «Ҡыңғыраулы гармун» (2008 йыл), «Беҙ — ауыл егеттәре» (2009 йыл), «Аҡ ҡарҙарға йырҙар яҙҙым» (2022 йыл), «Йәшлегемә ҡайтып барам» (2023 йыл).