Беҙгә 5 йыл!
Быйыл «Түңгәүер» бейеү асамбле балалар студияһы үҙенең 5-йыллыҡ юбилейын билдәләй. 5 йыл, бер уй¬лаһаң, күп ваҡыт та түгел кеүек. Әммә балалар студияһы ошо осорҙа үҙ йөҙөн булдырыуға өлгәште, Рәсәй һәм халыҡ-ара фестиваль-конкурстарҙа иң юғары наградаларға лайыҡ булып, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.
31 май 19:00 сәғәттә һәм 1 июнь 15:00 сәғәттә «Түңгәүер» балалар студияһы 5-йыл тулыуға арналған тантаналы тамашаға саҡыра! Билеттар Нефтекама дәүләт филармонияһының кассаһында һатыла, белешмәләр өсөн телефон 8 (34783) 4-38-07. Күңелле саранан ятып ҡалмағыҙ!
Башҡортса
Русский