• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Беренсе республика»

«Беренсе республика»

«Беренсе республика»

16 март көнө «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Булат Йосопов режиссерлығында төшөрөлгән «Беренсе республика» фильмының премьераһы үтте. Республикабыҙҙың 100 йыл тулыуға арналған кинодрамаһы Сталин репрессияларының ваҡиғалары һүрәтләнә. «Беренсе республика» — дәүләтте төҙөүҙә һәм уның үҫешендә ҡатнашҡан зыялылар тураһындағы нәфис фильм.
Совет иленең беренсе республикаһы тураһындағы фильмда Нефтекама дәүләт филармонияһы артисы Илгиз Минниәхмәтов Ғөбәй Дәүләтшин ролен башҡарҙы.
Ғөбәй Әхмәткирәй улы Дәүләтшин совет партия һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ республикала мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ғөбәй Дәүләтшин яҙыусы булараҡ та киң билдәле.
17 марттан Булат Йосопов кинодрамаһы Өфөләге «Родина», «Ультра», «Кинопростор» кинотеатрҙарында киң прокатҡа сыҡты.