• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Гастролдәр. Икенсе көн.

Гастролдәр. Икенсе көн.

Гастролдәр. Икенсе көн.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары гастролдәр менән Дыуан районында!
16 апрель көнө «Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!» тип исемләнгән патриотик концерт программаһы Мәсәғүт ауылы студенттары һәм «Әй» шифаханаһына килеүселәр өсөн ойошторолдо.
Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Сулпан Ғәфүрйәнова һәм Иршат Ҡарасурин, талантлы, йәш йырсылар Ирина Хәликова, Илнур Мөфтәхов, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солисы Валентина Миңлеәхмәтова, виртуоз ҡурайсы Айваз Малыбаев бай, сағыу концерт программаһы менән сығыш яһанылар.

«Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!» исемле патриотик концерт программаһы Дыуан районы тамашасылары өсөн үҙенсәлекле ваҡиға булды, улар профессиональ музыканттар менән осрашып, музыка сәнғәтенең матурлығы менән һоҡлана алдылар.

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

#нефтекамадәүләтфилармонияһы