• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Нефтекама дәүләт филармонияһы һеҙҙе ихлас күңелдән уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлай!
«Уҡытыусы» һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, ул һәр ваҡыт ҙур маҡтау һәм хөрмәткә лайыҡ. Улар һәммәбеҙгә лә ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын!
Донъяла ниндәй генә уҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртҡан уҙ эшенең өлгөһө һәм оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы эше бик ауыр һәм яуаплы һөнәр. Хәҙерге белем биреүселәр һәр уҡыусыһында аҡыллы, төплө, илебеҙ ғорурланырлыҡ, таянырлыҡ шәхесте тәрбиәләргә тейеш.
Ҡәҙерле уҡытыусылар!
Беҙ һеҙгә башҡарған фиҙәҡәр эшегеҙ, ғәҙел балаларығыҙ һәм мауыҡтырғыс һәм фәһемле дәрестәрегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр, яҡты киләсәк, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Мең йәшәгеҙ! Байрам менән!