• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Халыҡ-ара бейеү көнө

Халыҡ-ара бейеү көнө

Халыҡ-ара бейеү көнө

🔹Бөгөн, 29 апрель, Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнә!

💕Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистарын һәм балалар студияһын, бейеү сәнғәтен үҫтереүселәрҙе, бейеү һәләтен һөнәр итеүселәрҙе, ошо сәнғәт төрөнә ғашиҡ булған тамашасыны байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

✨Бейеү сәнғәтенә һөйөүегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, йөрәк төпкөлөндә баҙлап янған осҡон уты тағы сағыуыраҡ балҡыһын һәм яңынан — яңы үрҙәргә әйҙәһен!
Байрам менән, дуҫтар! 💐