Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап,Халыҡ-ара диктант яҙыу сараһы ойошторолдо.
❇️21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө.❇️ Тел – халыҡтың рухи байлығына асҡыс, тарихи үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле.
20 февраль, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, Нефтекама ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Халыҡ-ара диктант яҙыу сараһы ойошторолдо. 📝🖋️
Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Р.Р.Ғайсин һәм нәфис һүҙ оҫтаһы Р.И.Ҡарасурина әүҙем ҡатнашып, сертификат менән бүләкләнделәр. 👏

Башҡортса
Русский