• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә» исемле өр-яңы концерт программаһы тәҡдим ителде.

«Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә» исемле өр-яңы концерт программаһы тәҡдим ителде.

2021 йылдың 12-се ғинуарында Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында тамашасыларға «Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә» исемле өр-яңы концерт программаһы тәҡдим ителде.
Был мауыҡтырғыс сарала мәҙәниәт усағының барлыҡ артистары һәм билдәле «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Ҡыҙыҡлы сценарий буйынса барған тамашала Яңы йыл темаһынан тыш, ғаиләгә, башҡорт теленә ҡағылған концерт номерҙары ла ситтә ҡалманы.
Юморға бай, сағыу концерт программаһы тамашасыларҙың хәтерҙәрендә оҙаҡҡа һаҡланыр, тип ышанғы килә. Нефтекама халҡы сығыш яһаған һәр артисҡа көслө алҡыштар бүләк итеп, саранан бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә таралышты.

#АртистыНефтекамскойгосфилармонии#нефтекамск
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
@minkultury_rb
@amina_shafikova_rb
@ranisaltynbaev
@ratmir.mavliev
#ДиректорНГФ @rinatkataigaisin
@at_tangaur