• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Үҙ иленең бөйөк шағиры»

«Үҙ иленең бөйөк шағиры»

«Үҙ иленең бөйөк шағиры»

9 апрель Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең 100 йыл тулыуға арналған «Үҙ иленең бөйөк шағиры» исемле театрлаштырылған музыкаль программаның премьераһы үтте. Тамашаның төп маҡсаты — уҡыусыларыҙы республикабыҙҙың һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫына ылыҡтырыу, Мостай Кәрим әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Программала Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар, тормош, мөхәббәт тураһындағы хәтирәләре һәм уйланыуҙары, «Ай тотолған төндә», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Тамаша үҙ эсенә бер нисә жанрҙы алды: бейеү, йыр, әҙәби нәфис һүҙ, театр.