• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Һөйөү һүнмәҫ»

«Һөйөү һүнмәҫ»

«Һөйөү һүнмәҫ»

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында ижади ғаилә парҙары — Азат һәм Розалия Ҡарасуриндарҙың «Һөйөү һүнмәҫ» тип исемләнгән концерты үтте.

Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар — Нефтекама филармонияһының һәләтле йәш артистары, төбәк конкурстарында, телевизион проекттарҙа һәм музыкаль фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар. Уларҙың үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ тауыштары тыңлаусыларҙың йөрәген һәм Башҡортостандың музыкаль сәхнәһендә популярлыҡ яуларға ярҙам итте. Розалия һәм Азат Ҡарасуриндарҙың йырҙары иң нескә һәм тәрән хис-тойғоларҙы сағылдырыусы мөхәббәт һәм ғаилә темалары менән һуғарылған.

Ғаилә парҙарының ата-әсәләре Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы һәм Ирек Әхмәткәрим улы, Рәхима Вәкил ҡыҙы һәм Заһир Ҡаһарман улы кисәнең иң абруйлы ҡунаҡтары булды. Азат менән Розалия ата-әсәләренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр һәм улар өсөн «Атай-әсәй» исемле йырҙарын башҡарып үттеләр. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, уларҙың ата-әсәләре лә ижади кешеләр һәм йәш ижади парҙың репертуарынан күп йырҙарҙы Азаттың әсәһе Рәхима Ғәйетбаева ижад иткән («Йылмай йәнем», «Һин», «Сихри моң», «Минең бәхетем», «Ғаиләм-ҡәлғәм», «Ағай-ҡусты», «Ҡыҙыма» һәм башҡалар).

Концертта шулай уҡ Азат һәм Розалия Ҡарасуриндарҙың кескәй ҡыҙы Зарина ла ҡатнашты. Ике йәше саҡ тулғандан һуң ул ата-әсәһе менән бергә оло сәхнәлә сығыш яһап өлгөргән. Уның ҡатнашлығындағы номер бөгөнгө концертта иң хислеһе булды.

Концерт программаһында Азат һәм Розалия Ҡарасуриндарҙың ижади дуҫтары ла сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин, виртуоз ҡурайсылар Иҙел Исҡужин, Айваз Малыбаев һәм «Түңгәүер» бейеү ансамбле.

Музыкаль кисәлә яҙ һулышы, саф тойғолар менән һуғарылған, матур сығыштар яңғыраны. Тамашасылар артистарҙың һәр сығышын яратып ҡабул иттеләр.

Ҡуйыусы-режиссер – Редик Ғәниев;
Сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Кәйүмова;
«Түңгәүер» бейеү ансамбле етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония