• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Юлдаш» дуҫтарын йыя!

«Юлдаш» дуҫтарын йыя!

«Юлдаш» дуҫтарын йыя!

15 апрель Нефтекама дәүләт филармонияһында «Юлдаш дуҫтарын йыя» исемле ҙур концерт үтте.

Филармонияның ҙур сәхнәһендә республикабыҙҙың танылған йырсылары, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов, Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, «Юлдаш» радиоһының тоғро дуҫтары тамашасыларға ҡыуаныс һәм шатлыҡтың ҡабатланмаҫ мәлдәрен бүләк итеү өсөн бергә йыйылды.

Концерт барышында Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Яҙ һулышы, дәрт, изге саф тойғолар менән һуғарылған концерт программаһы тамашасы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

«Юлдаш» радиоһына хеҙмәттәшлек өсөн яуаплы рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең эшегеҙ һөҙөмтәһендә артистарыбыҙҙың ижады яңы сиктәргә ынтыла һәм киң танылыу яулай.

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

#нефтекамадәүләтфилармонияһы