«ЮлдашХит — 2020» хит парадының йомғаҡлау концерты үтте.
Хөрмәтле дуҫтар!
2021 йылдың 30 ғинуар көнө Өфө ҡалаһында «ЮлдашХит — 2020» хит парадының йомғаҡлау концерты үтте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсыһы Раян Алтыншин «Юлдаш” радиоһы үткәргән хит-парадта үҙешмәкәр композитор Рәхимә Ғәйетбаева ижад иткән «Урман» йырын башҡарып, апрель еңеүсеһе булған ине. Ошо көндәрҙә йырсы лайыҡлы баһаны ҡулына алып коллегаларын һөйөндөрҙө.
Раян Мырҙабай улы! Һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!
#Нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#Нефтекамадәүләтфилармонияһы
#Нефтекамск
Башҡортса
Русский