• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!»

«Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!»

«Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!»

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө гастролдәр менән Салауат ҡалаһында!
«Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!» тип исемләнгән патриотик концерт программаһы Салауат ҡалаһы студенттары өсөн ойошторолдо.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары — Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раисия Иҫәнбаева, талантлы һәм йәш йырсылар Ирина Халиҡова, Ләйсән Нурыева, Илнур Мөфтәхов, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары Регина Дорофеева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Муллағәлиев бай, сағыу концерт программаһы менән сығыш яһанылар.