Кисә, 12 июндә, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө Свердловск өлкәһе Түбәнге Һырға районының Үрмәкәй ауылында иң күңелле милли байрамдарҙың береһе — Һабантуйҙа булды
Кисә, 12 июндә, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө Свердловск өлкәһе Түбәнге Һырға районының Үрмәкәй ауылында иң күңелле милли байрамдарҙың береһе — Һабантуйҙа булды. Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло йырсылары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары Үрмәкәй ауылы тамашасыларына үҙҙәренең иң күркәм сығыштарын бүләк итте. Һабантуй бик күңелле, юғары кимәлдә үтте. Артистар иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Филармониябыҙҙың талантлы йырсы-солисы Айнур Әмиров милли көрәштә ҡатнашып, мәртәбәле приз яуланы. Артистарыбыҙҙы ихлас ҡабул иткән, концертты ойошторорға ярҙам иткән Түбәнге Һырға районы хәкимиәте башлығы Еремеев Валерий Василий улына һәм Үрмәкәй ауылы мәҙәниәт йорто етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ байрамдан дәрт, илһам алып, ҡыуанып-шатланып ҡайттыҡ!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы



Башҡортса
Русский