«Китмә, китмә минең йәшлегем…» тип аталған күркәм сара үтте.
2021 йылдың 06 мартында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, талантлы йырсы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе – Раян Алтыншиндың 45 йәшлек ғүмер байрамына арналған «Китмә, китмә минең йәшлегем…» тип аталған күркәм сара үтте.
Байрам барышында Раян Алтыншин әсәйҽнә, тыуған яғына, йәшлҽгҽнә, яҡындарына арнап башҡарған моңло йырҙар айырыуса аһәңлҽ яңғыраны.
Концҽрт барышында филармонияның талантлы артистары халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыуҙары менән килгән тамашасыны таң ҡалдырҙылар.
Нефтекама дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы булған «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәр ваҡыттағыса тейешле кимәлдә, күҙ яуын алып торған кейемдәр менән матур сығыш яһаны. Розалия Иҙҽлбаҽва һәм Рита Ҡарасурина концерт программаһын юбилҽй темаһына бәйләп, йәнле итеп алып барҙы.
Бай йөкмәткеле, сағыу концерт программаһы тамашасыларҙың йөрәктәренә хуш килде. Сараға килгән тамашасы Нҽфтҽкама дәүләт филармонияһының һәр артисына көслө алҡыштар бүләк итеп, юбилҽй концҽртынан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Башҡортса
Русский