• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

6 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының гала-концерты үтте.

Конкурс башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ғаиләләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Йәш ғаилә» номинацияһына Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар ғаиләһе лайыҡ булды. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар сәхнәлә ҙур уңыштарға өлгәште һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә күп көс һала.

Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар ғаиләһен лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тоғролоҡ, именлек, ҙур ҡаҙаныштар һәм артабанғы ижади башланғыстарығыҙҙа илһам теләйбеҙ!