• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Өмөт, хыял, йыр менән!» концҽрты үттҽ.

«Өмөт, хыял, йыр менән!» концҽрты үттҽ.

«Өмөт, хыял, йыр менән!» концҽрты үттҽ.

14 декабрь Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында башҡорт теле көнөнә арналған «Өмөт, хыял, йыр менән!» тип исемләнгән «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң концерты үтте. 👍🔥👏
Сараны Нефтекама дәүләт филармонияһының директоры, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ринат Рәшит улы Ғайсин башлап ебәрҙе. Филармонияның моңло, популяр һандуғасы Сүриә Ғималова музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы тарафынан Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. 👍👏💐🌷
Концерт программаһында «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншин һәм Алина Вәхитова, Разалия Салауатова, Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, Иршат Ҡарасурин, Сүрия Ғималова, виртуоз ҡурайсылар Иҙел Исҡужин, Азат Юлдыбаев, оҫта баянсы Айҙар Әхмәтйәнов һәм гитарасы Айнур Әмиров, «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары сығыш яһаны. Сарала Азат һәм Розалия Ҡарасуриндарҙың Р.Ғәйетбаева көйө һәм һүҙҙәренә ижад ителгән «Сихри моң», Раян Алтыншиндың Р.Салихов көйө һәм һүҙҙәренә ижад ителгән «Йәшлегемде һағынам», Азат Юлдыбаевтың үҙе ижад иткән «Башҡорт теле», тип исемләнгән премьера йырҙары яңғыраны.👍🎵👏🎶❤
Концерт «Ҡәрҙәштәр» тип исемләнгән Азат Юлдыбаев көйөнә, М.Ҡаһарманова һүҙҙәренә яҙылған эстәлекле өр-яңы финал йыры менән тамамланды. Әммә килгән ҡунаҡтар артистарҙы берҙә сәхнәнән ебәрергә ашыҡманы. Башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы, Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы һәм Нҽфтҽкама Нҽфтсҽләр коллҽджы уҡытыусыһы Айгөл Салауат ҡыҙы сәхнә түренә менеп, Нефтекама филармонияһы етәксеһенә Ринат Рәшит улы Ғайсинға, бөтә ойоштороусыларға, сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. 👍👏💐
Ҡуйыусы-режиссер: Редик Ғәниев.
Сценарий авторы: Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова.
Алып барыусылар: Розалия Ҡарасурина һәм Илгиз Миңлеәхмәтов.👍❤
#Нефтекамадәүләтфилармонияһы#Нефтекамская @at_tangaur @rinatkataigaisin @minkultury_rb