«Өмөт, хыял, йыр менән!», тип аталған сағыу тамаша ҡарарға саҡырабыҙ.🎶🎶🎶
Хөрмәтле тамашасылар!🌺
Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» эстрада төркөмө, башҡорт теле көнө сиктәрендә уҙғарылған «Өмөт, хыял, йыр менән!», тип аталған сағыу тамашаһын ҡарарға саҡыра.🎶🎶🎶
Сарала йырсылар һеҙҙе үҙҙәренең үтә лә моңло тауыштары менән таң ҡалдырасаҡ. Шулай уҡ филармонияның күптәргә таныш, билдәлелек яулап өлгөргән данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле һеҙҙең иғтибарға яңы һәм тамашасы үҙ итеп өлгөргән сығыштарын бүләк итәсәк.🙏😊
Башҡорт теле көнө сиктәрендә уҙғарылған концерт үҙенсәлекле сценарий буйынса алып барыласаҡ.
«Өмөт, хыял, йыр менән!», тигән йырлы-моңло, күңелле сара 1️⃣4️⃣ декабрҙә 19:00 сәғәттә башлана.🌷
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: инеү, ҡәтғи рәүештә, индивидуаль һаҡланыу битлҽктәрҽ (маскалары) менән.
Был талаптарҙы аңлауығыҙҙы һәм етди ҡабул итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.
Һау — сәләмәт булығыҙ! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!💐💐💐
#Нефтекамадәүләтфилармонияһы
#Нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#ДиректорфилармонииРинатГайсин
#Нефтекамск
@at_tangaur
@minkultury_rb
@ratmir.mavliev
Башҡортса
Русский