• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Милли кейем көнө менән!

Милли кейем көнө менән!

Милли кейем көнө менән!

💙Бөгөн иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө!
🤍Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалына.
💚Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре бар. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә һәм үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур мираҫи байлыҡ икәнен аңлата. Милли кейем – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул — халыҡтың мәҙәниәтен, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән изге ҡомартҡы. Уны беҙ өйрәнеп, һаҡлап, бөгөнгө тормошта ла ҡулланып йәшәргә тейешбеҙ!
✨Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Милли кейем көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Байрам менән! 💐

#нефтекамадәүләтфилармонияһы #МиллиКейемКөнө2024
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#ДеньНациональногоКостюма2024