Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Асҡын районында сығыш яһаны
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Асҡын районында сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла!» концерт программаһы менән Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылында сығыш яһаны. Бейеүгә, йыр-моңға бай мауыҡтырғыс тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын бүләк итте. Тамашасылар концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм артистарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Программала шулай уҡ Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил сығыш яһаны.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы


Башҡортса
Русский