Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Бөрө ҡалаһында сығыш яһаны
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Бөрө ҡалаһында сығыш яһаны
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары “Шәжәрәңде барла!» концерт программаһы менән Бөрө ҡалаһында сығыш яһаны. Бейеүгә, йыр-моңға бай мауыҡтырғыс тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм билдәле «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын бүләк итте. Тамашасылар концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм артистарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаилдың сығышы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский