• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылыда Һабантуй байрамында сығыш яһаны

Бөгөн Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән халҡыбыҙҙа борондан һаҡланып ҡалған иң күркәм йолаларҙың береһе – Һабантуй үткәрелде. Йола буйынса милли байрамға хѳрмәтле ҡунаҡтар, күренекле яҡташтар саҡырылғайны. Байрам “Һабантуй – 2022” флагын тантаналы күтәреүҙән башланды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты менән байрам ҡунаҡтарына Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы мөрәжәғәт итте. Тантаналы ҡотлауҙар, тәбрикләүҙәр тамамланғандан һуң, халыҡҡа шәп кәйеф бүләк иткән матур концерт программаһы ойошторолдо. Милли байрамды үҙҙәренең сағыу сығыштары менән Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө һәм “Түңгәүер” бейеү ансамбле артистары йәмләне. Һабантуй күңел күтәренкелеге, дәрт, яҡшы кәйеф бүләк итте.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы