• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының Урал аръяғы буйлап гастролдәре уңышлы тамамланды.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының Урал аръяғы буйлап гастролдәре уңышлы тамамланды.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының Урал аръяғы буйлап гастролдәре уңышлы тамамланды.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының Урал аръяғы буйлап гастролдәре уңышлы тамамланды. «Сәфәрҙәргә сыҡтыҡ ашҡынып» концерт программаһы менән улар Архангел, Асҡар, Баймаҡ, Сибай, Аҡъяр тамашасыларын рухландырып, йәшәү дәрте биреп, ҡыуандырып-шатландырып, Нефтекамаға имен-һау ҡайтып еттеләр. Тамашасылар талантлы артистарыбыҙҙы бик йылы, ихлас ҡабул итте. Бейеүгә, йыр-моңға бай тамашанан улар байрам кәйефе, ыңғай тәьҫораттар алғандар тип ышанабыҙ. Баймаҡ районы хәкимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Байымов Илгиз Хөрмәт улы Нефтекама дәүләт филармонияһы етәксеһе Ринат Рәшит улы Ғайсинға һәм Баймаҡ районында тыуып үҫкән талантлы артистарыбыҙ — Розалия Иҙелбаева-Ҡарасурина, Азат һәм Иршат Ҡарасуриндар, Лиана Ғәлинаға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ рәхмәт хаты менән филармониябыҙҙың «Түңгәүер» бейеү ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Юнир Ғаяз улы Ноғоманов та бүләкләнде. Лекторийҙарҙы һәм киске концерттарҙы ойошторорға ярҙам иткән район хәкимиәте башлыҡтарына, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләһе осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы