Нефтекама дәүләт филармонияһы — Өфөлә
Нефтекама дәүләт филармонияһы — Өфөлә
Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы артистары күңелле, йыр-моңға бай «Филармония-24» тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сағыу программала филармонияның бөтә ижади төркөмө ҡатнашты.
«Программаның исеме лә — «Филармония-24″ — тәрән мәғәнәгә эйә: 24 йыл дауамында тәүлектең 24 сәғәтендә сәнғәт һәм мәҙәниәт сиген һаҡлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле байлығы — рухи байлығын һаҡлаусылар беҙ. Ошо төп теманы беҙ дәртле, моңло йыр һәм бейеүҙәребеҙ аша яратҡан тамашасыларыбыҙға еткерергә тырыштыҡ», — тип билдәләй Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡуйыусы режиссеры Илгиз Миңлеәхмәтов.
Тамашасылар артистарыбыҙҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте. Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашанан өфөләр һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары күңел асып, матур тәьҫораттар, дәрт-дарман алып ҡайтты.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы


Башҡортса
Русский