• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһында бөгөн Хәмдиә һәм Сөләймән Латиповтарҙың «Әсә күңеле – балала…» комедияһы сәхнәләштерелде

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы!

Нефтекама дәүләт филармонияһында бөгөн Хәмдиә һәм Сөләймән Латиповтарҙың «Әсә күңеле – балала…» комедияһы сәхнәләштерелде. Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә әҙерләнгән был сарала башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Яҡшығолова етәкселегендәге «Илгиҙәрҙәр» театр студияһы уҡыусылары ҡатнашты. «Спектаклгә әҙерлек эше ғинуар айынын уҡ башланды. Уҡыусылар был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Бигрәк тә ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә: кейемдәр әҙерләү, декорациялар эшләүҙә уларҙың өлөшө ҙур», — тип билдәләй Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы. Күңелле, мауыҡтырғыс спектакль тамашасыларға бик оҡшаны. Спектаклдә ҡатнашыусы йәш артистарға һәм уның ойоштороусыларына Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин тарафынан бүләктәр ҙә тапшырылды.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы