Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ моңло йырсыһы Иршат Ҡарасурин өр-яңы концерт программаһы тәҡдим итә!
Хөрмәтле тамашасылар!
17 март 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ моңло йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Иршат Ҡарасурин «Йырҙарымда йәшәү матурлығы» тип аталған өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә! Күңелле, йыр-моңға бай тамашала И.Ҡарасурин һәм башҡа йырсылар башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ программала нәфис һүҙ, музыка ҡоралдары композициялары, дәртле бейеүҙәр буласаҡ, яңы йырҙарҙың премьералары әҙерләнә!
Тамаша 17 мартта филармонияның Ҙур концерт залында үтәсәк. Рәхим итегеҙ!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
Башҡортса
Русский