• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары — Архангелдә.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары — Архангелдә.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары — Архангелдә.

Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм талантлы йондоҙҙары – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов, Иршат Ҡарасурин, Сурия Ғималова, Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, Азат Юлдыбаев, Ильяс Гәрәев «Сәфәргә сыҡтыҡ ашҡынып» тип исемләнгән концерт программаһы менән гастролдәргә юлланды. 5 апрелдә улар Архангелдә сығыш яһап, мауыҡтырғыс, йыр-моңға бай программа менән тамашасының күңелен яуланы. Концерт бик күңелле үтте, тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмде.
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн, 6 апрелдә, беҙ һеҙҙе Асҡарҙа көтөп ҡалабыҙ! Рәхим итегеҙ!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы