• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Бағышлайбыҙ гүзәл заттарға» исемле байрам концерты үтте

Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Бағышлайбыҙ гүзәл заттарға» исемле байрам концерты үтте

Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Бағышлайбыҙ гүзәл заттарға» исемле байрам концерты үтте

Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында 8 март – Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Бағышлайбыҙ гүзәл заттарға» исемле байрам концерты үтте.  

Яҙғы байрам көнөндә филармония артистары башҡарыуындағы төрлө музыкаль композициялар 8 март алдынан байрамдың сағыу атмосфераһын тыуҙырҙы. 

Концерт программаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Иршат Ҡарасурин, Раисия Иҫәнбаева, талантлы йырсылар Илнур Мөфтәхов, Нәфис Ниғәмәев, Ирина Халикова, Тамерлан Хәлитов, Ләйсән Нурыева, Татьяна Шакирова, ҡурайсы Иҙел Исҡужин, балалайкала оҫта уйнаусы Ильяс Гәрәев, данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм балалар студияһы ҡатнаштылар. 

Яҙ һулышы, дәрт, саф тойғолар менән һуғарылған концерт программаһы тамашасы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр сығыштан һуң дәррәү алҡыштар яңғыраны.  

Алып барыусылар — Тамерлан Хәлитов, Илнара Ғилманова.  

Ҡуйыусы-режиссер — Рита Ҡарасурина.  

Сценарий авторы — Розалия Иҙелбаева.

«Түңгәүер» бейеү ансамбле етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова.