• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Рәсәй көнө менән!

Рәсәй көнө менән!

Рәсәй көнө менән!

12 июндә күп милләтле илебеҙ үҙенең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй.
Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә. Нәҡ ошо көндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был сәйәси-хоҡуҡи акт конституция реформаһының башланғысы, яңы демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ булып тора.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе дәүләтебеҙҙең төп байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ! Илебеҙгә тыныслыҡ, тотороҡлоҡ һәм уның сәскә атыуын теләйбеҙ!
Байрам менән!

#МыРоссия #БашМолодёжь