«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Бәләбәй ҡалаһына гастролдәргә юллана
🔹2024 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Йырлайбыҙ илебеҙ хаҡында!» тип исемләнгән патриотик концерт программаһы менән Бәләбәй ҡалаһына гастролдәргә юллана.
🎶Тамашала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Раисия Иҫәнбаева, Азат Ҡарасурин, Татьяна Шәкирова, Ильнур Мөфтәхов, Илнара Ғилманова, Ләйсән Нурыева, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары ҡатнашасаҡ.
🔹Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән һатып алырға мөмкин.
☎Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34783) 4-32-77.

Башҡортса
Русский