«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Белорет металлургия колледжында сығыш яһаны
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип исемләнгән концерт программаһы менән Белорет металлургия колледжында сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сағыу тамашаны Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары башҡарыуында нәфис һүҙ, музыка ҡоралдары композициялары, моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр биҙәне. Тамашасылар концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы


Башҡортса
Русский