«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Әбйәлил районының Асҡар ауылында сығыш яһаны
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған сағыу концерт программаһы менән Әбйәлил районының Асҡар ауылында сығыш яһаны. Ижади төркөм тамашасыларға үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын бүләк итте. Концерт бик күңелле үтте, тамашасылар артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский