• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө гастролдәргә юллана

«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө гастролдәргә юллана

2022 йылдың 15-24 авгусында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип исемләнгән күңелле, йыр-моңға бай концерт программаһы менән гастролдәргә юллана:
✅ 15 август – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы;
✅ 16 август – Әбйәлил районының «Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагеры;
✅ 17 август – Силәбе өлкәһе Сосновка районының Солтай ауылы һәм Теченский ҡасабаһы;
✅ 18 август – Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Селәү һәм Ҡамыш ауылдары;
✅ 19 август – Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яңы Субыл һәм Дәрүиш ауылдары;
✅ 20 август – Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай һәм Ҡаҙаҡбай ауылдары;
✅ 21 август – Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Сүрәк һәм Ноғман ауылдары;
✅ 22 август – Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Дружный ҡасабаһы һәм Оло Түләк ауылы;
✅ 23 август – Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Себәкүл ауылы һәм Кәҫле районының Береговой ҡасабаһы;
✅ 24 август – Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй һәм Ҡорман ауылдары.

Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

✅ Белешмә өсөн телефондар: 8 (34783) 4-69-51, 4-32-77, 4-49-45.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы