«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң Силәбе өлкәһе буйлап гастролдәре дауам итә
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң Силәбе өлкәһе буйлап гастролдәре дауам итә. Кисә, 25 августа, улар бай йөкмәткеле сағыу концерт программаһы менән Арғаяш районының Мәтәл һәм Сәләй ауылдарында сығыш яһаны. Бөгөн беҙ тамашасыларҙы 15 сәғәттә Болансы һәм 18 сәғәттә Аҡбаш ауылдарында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский