«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө өр-яңы концерт программаһы тәҡдим итә
Ҡәҙерле дуҫтар!
3 февраль 16 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
Күңелле, йыр-моңға бай программала Раян Алтыншин һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша. Рәхим итегеҙ!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
Башҡортса
Русский